Ҡурған өлкәһендә фольклор-этнографик экспедиция үтте

22-23 май Республика халыҡ ижады үҙәгенең матди булмаған мәҙәни мираҫ объекттары менән эшләү бүлеге белгестәре Ҡурған өлкәһендә фольклор-этнографик экспедиция ойошторҙо. Сәфәрҙең маҡсаты – башҡорт халҡының матди һәм матди булмаған мәҙәни мираҫтарын фото һәм видеоға теркәү .

Белгестәр Сафакүл районының Һарт-Әбдрәш, Сөләймән һәм Ҡалмаҡ-Әбдрәш ауылдарында, шулай уҡ "Кәкүк сәйе" байрамы үткәрелгән Щучанский районының Сухоборский ауылында булды. Шулай уҡ, Ҡурған өлкәһе башҡорттары араһында һаҡланған ҡатын-ҡыҙҙар араһында үткәрелгән көрәш бәйгеһен яҙҙырылып алынды. Һөҙөмтәлә  ике көнлөк эш сәфәрендә башҡорт халҡының оҙон көйҙәре, таҡмаҡтар, мөнәжәттәр, ҡатын-ҡыҙ араһында үткәрелгән көрәш һәм сеңләү материалдары тупланылды.

Фото: Рәмил Нафиҡов.

Ҡурған өлкәһендә фольклор-этнографик экспедиция үтте