Мурманск ҡалаһында Һабантуй үтте

29 майҙа Мурманск ҡалаһында Семеновское күле буйында милли Һабантуй байрамы үтте.

Һабантуйҙа ғәҙәттәгесә Дуҫлыҡ йортоноң ижади коллективтары сығыш яһаны, милли кейем күрһәтелде. Милли спорт ярыштары көрәш, бүрәнәлә яҫтыҡтар менән уйнау һәм төрлө эстафеталар менән тәҡдим ителде.

Һабантуй сиктәрендә башҡорт халыҡ бейеүҙәрен уҡытыу, йыр һәм башҡорт халыҡ музыка ҡоралдарында ҡурай һәм ҡумыҙ уйнау буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо.

Дәрестәрҙе мультиинструменталист, йырсы, "Аманат" этнотөркөмө етәксеһе Айназ Низаметдинов, бейеүсе, педагог - хореограф, "Аҡйондоҙ" халыҡ ансамбле етәксеһе Алмаз Такалов һәм профессиональ йырсы, Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының эстрада солисы Сабина Кучаева алып барҙы.

Бөтә уҡыуҙар тамамланғас, номерҙар Һабантуй байрамында тәҡдим ителде. Байрам ҡунаҡтары төрлө музыка ҡоралдарында уйнаусы Айназа Низаметдинов башҡарыуында ҡурай моңо менән һоҡлана алды. Ҡурай Башҡортостандың үҙенсәлекле визит карточкаһы һәм бренды булып тора. Алмаз Такалов башҡорттарҙың бейеү сәнғәте менән таныштырҙы. Ә башҡорт телендәге йырҙар Сабина Кучаева башҡарыуында яңғыраны. 

Концерттан һуң Башҡортостан һәм Татарстан артистары Мурманск ҡалаһының "Мурманск ҡалаһының урындағы милли-мәҙәни автономияһы" йәмәғәт ойошмаһы рәйесе урынбаҫары Надежда Рафиҡова үткәргән экскурсия ваҡытында Мурманск тарихы һәм иҫтәлекле урындар менән танышты.

Шулай уҡ, Республика халыҡ ижады үҙәгенә тантаналы рәүештә Мурманск өлкәһе башҡорттары һәм татарҙары ассоциацияһы өсөн методик әсбаптар тапшырылды.

Ойоштороусы – Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге.

Надежда Пархоменко фотоһы.

Мурманск ҡалаһында Һабантуй үтте

Башҡалар яңылыҡтар