Баймаҡ районында традицион уҡтан атыу буйынса асыҡ турнир һәм оҫталыҡ дәресе үтте

Ошо көндәрҙә Баймаҡ районының Мостай ауылында Ғата Сөләймәнов исемендәге халыҡ байрамы сиктәрендә башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевтың тыуған көнөнә арналған традицион уҡтан атыу буйынса асыҡ турнир һәм оҫталыҡ дәресе уҙҙы.

Сарала Әбйәлил, Баймаҡ, Бөрйән, Белорет, Учалы, Хәйбулла райондарынан, Ишембай, Учалы, Өфө һәм Сибай ҡалаларынан 47 уҡсы ҡатнашты. Уйын шарттары буйынса атыу 40, 70, 90, 150 метр арауыҡта алып барылды.

"Ирәндек" башҡорт тоҡомло аттарҙы һаҡлау фонды тапшырған төп бүләгенә Сибай ҡалаһынан Хөрмәтулла Таһиров лайыҡ булды. Уға башҡорт тоҡомло ат тапшырылды. Икенсе урынды Баймаҡ районынан Ғәфүр Рахманғолов яуланы, өсөнсө урында - Бөрйән районынан Салауат Юлбирҙин. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында Республика халыҡ ижады үҙәге призына лайыҡ булдылар:

1-се урын - Лиана Ихсанова, Учалы ҡалаһы;

2-се урын - Гүзәлиә Хәлилова, Әбйәлил районы;

3-сө урын - Әлиә Ишморатова, Бөрйән районы.

Әлиә Ишморатова менән Денис Юлбирҙинға махсус бүләк тапшырылды. Шулай уҡ Денис Юлбирҙин Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы Рәсих Хәмитовтан аҡсалата бүләккә лайыҡ булды.

Байрам барышында шулай уҡ ҡурайсылар конкурсы, көрәш буйынса ярыш һәм традицион уҡтан атыу буйынса оҫталыҡ дәресе үтте.

Билдәләп үтергә кәрәк, сара " Башҡортостан Республикаһында Рәсәй милләтенең берҙәмлеген һәм халыҡтарҙың этномәҙәни үҫешен нығытыу" дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу маҡсатында һәм "Шәжәрә" Бөтә Рәсәй мәҙәни-ағартыу проекты сиктәрендә үткәрелде.

Баймаҡ районында традицион уҡтан атыу буйынса асыҡ турнир һәм оҫталыҡ дәресе үтте

Башҡалар яңылыҡтар