«Фолк-тайм» республика фольклор сәнғәте конкурсы

25 сентябр Өфөлә «Фолк-тайм» республика фольклор сәнғәте конкурсы үтәсәк. Конкурста «Фольклор уйын программаһы» һәм «Халыҡ оҫтаһы» номинацияларында республика фольклор коллективтары һәм ҡул эштәре оҫталары ҡатнашыуы көтөлә.

Беренсе этап йомғаҡтары буйынса финалға республиканың иң яҡшы коллективтарҙың ҡатнашыуы көтөлә. Ҡатнашыусылар урындағы (ҡала, район, ауыл) йолаларына, ғөрөф-ғәҙәттәренә нигеҙләнгән ижади интерактив сығышын тәҡдим итәсәк.

Бәйгегә йомғаҡ яһау һәм бүләкләү Өфө ҡалаһының «Беренсе май» мәҙәниәт һәм ял паркы муниципаль унитар предприятиеһында үтәсәк. Иртәнге сәғәт 11-ҙә башлана.

Проект йыр, бейеү, вокал, йола, кәсептәр һәм ғаилә-көнкүреш мәҙәниәтен һаҡлау, үҫтереү һәм популярлаштырыу маҡсатында уҙғарыла.

Ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге.

«Фолк-тайм» республика фольклор сәнғәте конкурсы

Башҡалар яңылыҡтар