Башҡортостанда CIOFF ® беренсе бөтә донъя балалар фольклориадаһы уҙғарыласаҡ

2024 йылдың йәй айҙарында Өфөлә CIOFF ® Беренсе Бөтә донъя балалар фольклориадаһын уҙғарыу күҙаллана. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова Хөкүмәттәге киңәйтелгән оператив кәңәшмәлә хәбәр итте.

Министр доклады 7-9 ноябрҙә Венгрияның баш ҡалаһында үткән 50-се Бөтә донъя конгресы һәм CIOFF® Генераль Ассамблеяһының ултырышы йомғаҡтарына арналды.

«7 ноябрҙә CIOFF ® комитетының Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерләнеү һәм уны уҙғарыу буйынса комитеты составы быйыл йәй республикабыҙҙа уҙған алтынсы фольклориадаһы йомғаҡтарын тикшерҙеләр. Хәтерегеҙгә төшөрәм, унда 37 илдән 1000-дән ашыу ҡатнашыусы ҡатнашты. Фольклориадаға йомғаҡ яһауҙан тыш, сәфәрҙең маҡсаты - Өфөлә CIOFF® Беренсе Бөтә донъя балалар фольклориадаһын үткәреү тураһында мәсьәләне тикшереү. Тәҡдим авторҙары - CIOFF® милли секцияһы вәкилдәре», - тип билдәләп үтте Әминә Ивний ҡыҙы.

Шулай уҡ балалар фольклориадаһында 14 йәшкә тиклемге балаларҙың ҡатнашыуы билдәле.

Министр һүҙҙәренсә, CIOFF® Советы ағзалары ултырышында президент Филипп Боссан фестивалдең бар ҡыйынлыҡтарға ҡарамайынса тарихта иң яҡшыһы булыуын билдәләп үткән.

«Ул сараның юғары ойоштороу кимәлен билдәләне. Был Фольклориаданың логистистистикаһына, ҡатнашыусылар менән үҙ-ара килешеп эш итеүҙән, уларҙы Рәсәйгә йәлеп итеүҙән башлап, фестиваль майҙансыҡтарының эшен һәм белгестәр йүнәлештәре буйынса йәлеп ителгән бөтә профессионаллек менән тамамланы», - тип һөйләп үтте Әминә Шафиҡова.

CIOFF® һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте араһында CIOFF® Беренсе Бөтә донъя балалар фольклориадаһына әҙерлек һәм уны уҙғарыу шарттары тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыу киләһе аҙым буласаҡ. Яҡын арала Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы Рәсәй CIOFF® милли секторы һәм Бөтә донъя фольклоридаһы буйынса CIOFF® комитеты менән берлектә ошо документты әҙерләй башлай.

Башҡортостанда CIOFF ® беренсе бөтә донъя балалар фольклориадаһы уҙғарыласаҡ

Башҡалар яңылыҡтар