«Салауат йыйыны-2024» фольклор байрамы

16 июндә Башҡортостандың Салауат районында Салауат Юлаевтың тыуыуына 270 йыл тулыуға арналған «Салауат йыйыны» республика  фольклор байрамы уҙғарыла.

 

 

Үткәреү урыны – Салауат районы, һабантуй яланы (Яңы Ҡаратаулы ауылы)

 

 

Байрам иртәнге сәғәт  9.00 башлана. Инеү ирекле

 

Тамашасыларҙы йыр-бейеү, халыҡ уйындары һәм конкурстар менән тулы сағыу программа көтә. Байрамда художестволы үҙешмәкәрлек ижади конкурстары, традицион халыҡ һәм милли спорт төрҙәре буйынса ярыштар үтәсәк.

 

 

Сара программаһында:

 

-«Салауат вариҫтары» театрлаштырылған тамашаһы;

 

-«Беҙ – Салауат тоҡомо» республика конкурсы. Егеттәр араһында – «Салауат батыры», ҡыҙҙар араһында «Йөҙөк ҡашы – Зөләйха» бәйгеһе;

 

-Салауат Юлаев исеме менән бәйле иң яҡшы сувенир өсөн «Оран» республика конкурсы;

 

-«Иң яҡшы башҡорт тирмәһе» тирмәләр конкурсы;

 

-«Аҡбуҙат» республика ат сабышы;

 

-Балалар сәхнәһендә балалар һабантуйы;

 

-Башҡорт күпбәйгеһе буйынса «Салауат бәйгеһе» асыҡ турниры;

 

 -Салауат Юлаев призына милли спорт көрәше буйынса «Көрәш» асыҡ республика турниры;

 

 -Төп сәхнәлә Башҡортостандың сәнғәт оҫталары концерты.

 

«Салауат йыйыны» республика фольклор байрамы Салауат Юлаев исемен ысын патриотизм символы булараҡ танытыу, шулай уҡ башҡорт халҡының милли йолаларын һәм традицияларын танытыу һәм таратыу, халыҡ ижады, милли спорт төрҙәренә ярҙам итеү маҡсатында уҙғарыла.

 

Ойоштороусылар: Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Салауат районы хакимиәте.

«Салауат йыйыны-2024» фольклор байрамы