Башҡортостан оҫталары Үзбәкстанда оҫталыҡ дәрестәре үткәрә

 

 7-9 июнь «Һабантуй» байрамы сиктәрендә Ташкент ҡалаһы халҡы өсөн башҡорт биҙәү-ҡулланма сәнғәте, шәжәрә төҙөү, хореография, музыка ҡоралдарында уйнау буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторола. Улар Үзбәкстандың Халыҡ-ара мәҙәни үҙәгендә үтәсәк.

 

 

«Аманат» халыҡ бейеүҙәре ансамбле етәкселәре Әнфәр һәм Нәзифә Нурмөхәмәтовтар ҡунаҡтарҙы халыҡ бейеүҙәре ижады, башҡорт хореографияһы тарихы һәм төп хәрәкәттәр менән таныштырасаҡ.

 

 

Башҡорт кейемен тегеү буйынса белгес Хәмдиә Дәүләтова байрамға килеүселәр менән башҡорттарҙың халыҡ кейемен тегеү буйынса белеме, тарихы менән уртаҡлашасаҡ һәм кейем элементтарының әһәмиәте хаҡында һөйләп китәсәк.

 

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, сәсән Илһам Байбулдин ҡунаҡтарҙы милли музыка ҡоралдары тарихы, башҡорт өзләү техникаһы менән таныштырасаҡ. Шулай уҡ сараға килеүселәрҙе ҡурайҙа һәм думбырала уйнарға өйрәтәсәк.

 

 

Оҫта Ләйсән Хисаметдинова ҡоро кейеҙ баҫыу буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрә. Эш барышында ҡатнашыусылар сағыу башҡорт орнаменттарын ғына түгел, һәр символдың мәғәнәһенә лә төшөнә аласаҡтар.

 

 

Башҡортостан Республикаһы милли архивы вәкилдәре шәжәрә төҙөү буйынса оҫталыҡ дәрестаре алып барасаҡ.

 

 

9 июндә, «Һабантуй»  байрамы сиктәрендә башҡорт ихатаһында милли тәм-томдар менән сәй табыны ойошторола. Уны Шәһит Мифтахетдинов һәм Ләйсән Хисаметдинова үткәрә.

Башҡортостан оҫталары Үзбәкстанда оҫталыҡ дәрестәре үткәрә