Бөгөн Өфө «Хәрби бейеклек» патриотик һәм автор йырҙары республика фестивален уҙғарыу майҙансығына әүерелде. Сарала Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан төбәктәренән талантлы ижади коллективтар һәм башҡарыусылар ҡатнашты.
Гала-концертты асыу тантанаһында сарала ҡатнашыусыларҙы Һәм ҡунаҡтарҙы Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов сәләмләне: «Башҡортостан Республикаһы башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров исеменән һәм шәхсән үҙемдән һеҙҙе «Хәрби бейеклек» автор патриотик йыры фестиваль-конкурсында сәләмләйем. Фестивалдең әһәмиәтен баһалап бөткөһөҙ, ул беҙгә Башҡортостандың ҡунаҡсыл ерендә илебеҙҙең йәштәр коллективтарын йыйырға мөмкинселек бирә. Беҙ республикабыҙҙа музыкаль традициялары менән дан тотҡан был илһөйәр сараны үткәреүгә ихлас шатбыҙ. Шуны билдәләп үтергә кәрәк, беҙҙең фестивалдең оҙон һәм данлыҡлы тарихы бар. Туғыҙынсы йыл рәттән Өфө «Хәрби бейеклекте» яулай, был ваҡыт эсендә проект күп дуҫтар тапты һәм республикабыҙҙан ситтә билдәлелек яуланы. Быйыл «Хәрби бейеклек» проекты мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендәге премияла ҡатнашты, тәүге тапҡыр «мәҙәни-мәғрифәтселек проекты» номинацияһында еңеү яуланы, рәхмәт хаты менән билдәләнде. Барлыҡ ҡатнашыусыларға матур сығыштары, әүҙем тормош позицияһы өсөн рәхмәт белдерәбеҙ. Һеҙҙең ижадығыҙ рус һәм башҡорт халыҡ мәҙәниәтен һаҡлауға һәм үҫтереүгә булышлыҡ итә, йәмғиәттең әхлаҡи нигеҙҙәрен нығытыуға, патриотизм һәм гражданлыҡ тәрбиәләүгә ҙур өлөш индерә».
Ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары Гөлдәр Хәмитова, Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәт башлығы урынбаҫары Агарагим Кагиргаджиев, «Рәсәй десант ғәскәрҙәре берләшмәһе», Бөтә Рәсәй десант ғәскәрҙәре ветерандары йәмәғәт берекмәләре союзының хоҡуҡи эштәр буйынса башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Салауат Дәүләтов сәләмләне.
Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов ҡулынан рәхмәт хаттарын - Анар Гусейнов, Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры урынбаҫары Гөлдәр Хәмитова һәм Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры Салауат Кирәев алды.
Гала-концертты Рәсәй һәм Башҡортостан төбәктәренән килгән фестиваль ҡунаҡтарының сығышы биҙәне. Улар араһында Владимир Воронов (Череповец ҡ.), Валерий Петряев (Ярославль ҡ.), дин әһеле Виктор (Иванов Виктор Евгеньевич) (Өфө ҡ.), «Контингент» (Ырымбур ҡ.), «Десант туғанлығы» (Ульяновск ҡ.), «Блокпост» (Димитровград ҡ.) төркөмдәре, Шулай уҡ Башҡортостандан - Рәсүл Ҡарабулатов, Рөстәм Шаһбалов, Дамир Тайыпов, Заһир Иҫәнсурин, Тимур Рамаҙанов, «Бишбармаҡ», «Павильон» төркөмдәре һәм башҡалар ҡатнашты.
Сарала төрлө интерактив майҙансыҡтар ойошторолдо. Балалар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән уйын зонаһында ваҡыт үткәрҙе. Ҡаршылыҡтар һыҙаты, дартс, танк алышы һәм уҡтан атыу ярыштарында көс һынап ҡаранылар. Бынан тыш, оҫталыҡ дәрестәре зонаһы эшләне.
Фестиваль ҡунаҡтары өсөн төрлө күргәҙмәләр ойошторолғайны. Унда «Рәсәй эҙәрмәндәр хәрәкәте»; «Десант ғәскәрҙәре ветерандары»; Башҡортостандың ДОСАФФ музейы; хәрби дан музейы; «Башҡортостандың десант ғәскәрҙәре һәм спецназы ветерандары» ойошмаһы ҡатнашты.
Фестивалдең бай программаһында концерт сығыштары үтте.
Сараның ойоштороусылары - Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге.