Башҡортостандың ижади коллективтары Мәскәүҙә

Башҡортостандың ижади коллективтары Мәскәүҙә «Рәсәй» халыҡ-ара күргәҙмә-форумы программаһына индерелгән бөтә Рәсәй туй фестивалендә ҡатнаша.

 

Фестивалдә Өфөнән «Аманат» халыҡ бейеүҙәре ансамбле,  «Ауаз» башҡорт фольклор ансамбле,  Мәскәүҙән «Сәсән» ижади берекмәһе ҡатнаша.

 

Төбәк-ара урам театрҙары һәм Волга буйы ижади коллективтары  рәтенән беҙҙең төбәк коллективтары ла сағыу туй маршына ҡушылды.

 

"Башҡортостан коллективтарының бындай  ҙур сарала ҡатнашыуы ҙур әһәмиәткә эйә.  Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән килгән тамашасыларҙы башҡорт халыҡ мәҙәниәте һәм йолалары менән таныштырыу мәҙәни мираҫты һәм милли үҙаңды үҫтереүгә булышлыҡ итә. Бындай сығыштар илдең төрлө халыҡтары һәм төбәктәре араһында мәҙәни бәйләнештәрҙе нығытыуға  булышлыҡ итә», - тип билдәләне Республика халыҡ ижады үҙәге генераль директоры урынбаҫары Нәфисә Тулыбаева.

 

Бөгөн ансамблдәр төп сәхнә майҙансығында сығыш яһай, унда тамашасылар башҡорт мәҙәниәтенең туй йолаларының күркәмлеген һәм төрлөлөгөн баһалай аласаҡ.

Башҡортостандың ижади коллективтары Мәскәүҙә