Байбулдиндар Бөтә Рәсәй фестивале лауреаты

Һамар өлкәһендә «Рәсәй ғаиләһе» Бөтә Рәсәй ғаилә ижады фестивале үтте.

 

 

Сарала тотош илдән Рәсәй халыҡтарының төрлө жанрҙағы (халыҡ йыры һәм музыкаһы, традицион мәҙәниәт, биҙәү-ҡулланма сәнғәт) традицияларын һаҡлаған һәм танытҡан  23 ғаилә ансамбле һәм 12 һөнәрселек династияһы ҡатнашты.

 

 

Был сара  Мәҙәниәт министрлығы ярҙамы менән халыҡ сәнғәте өлкәһендәге ижади проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн грант аҡсаһына үткәрелде.

 

Фестивалдә Башҡортостан Республикаһы исеменән Ғафури районының Сәйетбаба ауылынан "Бай" ғаилә фольклор ансамбле сығыш яһаны. Коллективтың етәксеһе - Илһам Байбулдин ҡурайҙа һәм думбрала оҫта уйнай. Шулай уҡ өзләү  һәм милли музыка ҡоралдары эшләү оҫтаһы булып танылыу алды. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәй Хөкүмәтенең "Рәсәй Йәне" премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының халыҡ сәсәне тигән маҡтаулы исемгә эйә.

 

 Ансамбль һигеҙ кешенән тора, төркөмдөң иң йәш ағзаһы Илсурға – 10, ә иң олоһо Хәтмулла Лотфулла улына – 72 йәш.

 

Сағыу, һәләтле Байбулдиндар ғаиләһе «Рәсәй ғаиләһе» фестивале лауреаты булды һәм диплом, рәхмәт хаты менән бүләкләнде.

Байбулдиндар Бөтә Рәсәй фестивале лауреаты